Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
11 Ноябрь 2019, 09:00

Путин Александра Пахмутованы Андрей Первозванный ордены менән бүләкләне

Рәсәй Президенты Владимир Путин йәкшәмбе көндө композитор Александра Пахмутованың концертына уны юбилейы менән ҡотларға тип килде. Ил башлығы сәхнәгә күтәрелде һәм Пахмутоваға ҙур сәскә гөлләмәһе тапшырҙы, тип хәбәр итә ТАСС.#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин йәкшәмбе көндө композитор Александра Пахмутованың концертына уны юбилейы менән ҡотларға тип килде. Ил башлығы сәхнәгә күтәрелде һәм Пахмутоваға ҙур сәскә гөлләмәһе тапшырҙы, тип хәбәр итә ТАСС.
Путин билдәле сәнғәт әһелен Рәсәйҙең иң юғары наградаһы – Александр Первозванный ордены менән бүләкләнеүе хаҡында ла әйтте. Уның һүҙҙәре буйынса, награда Кремлдә тапшырыласаҡ.
“Һеҙгә ысын күңелдән ил һәм халыҡ өсөн эшләнгән эштәрегеҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Төрлө быуын вәкилдәре һеҙ яҙған көйҙәргә үҫте һәм йәшәй”, - тине ул.
Фото: Сергей Бобылев/ТАСС
Читайте нас: