Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
9 Ноябрь 2019, 10:00

Рәсәй Президенты Владимир Путин яңы етәкселәрҙе тәғәйенләне

Владимир Путин төбәктәрҙәге Эске эштәр министрлығы, Тәфтиш комитеты, Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының яңы етәкселәрен тәғәйенләне. Документ хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми интернет-порталында донъя күрҙе.#ВладимирПутин

Владимир Путин төбәктәрҙәге Эске эштәр министрлығы, Тәфтиш комитеты, Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының яңы етәкселәрен тәғәйенләне. Документ хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми интернет-порталында донъя күрҙе.
Уға ярашлы, эске хеҙмәт полковнигы Алексей Чириков Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнде. 1975 йылда Барнаулда тыуған Алексей Чириков әлегә тиклем Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Алтай Республикаһы, унан һуң Калининград өлкәһе буйынса идаралығын етәкләгәйне. 1996 йылда Өфө юғары милиция мәктәбен, 2010 йылда Рәсәй Яза башҡарыу хеҙмәтенең Хоҡуҡ һәм идара итеү академияһын тамамлаған. Хөкөм башҡарыу системаһында 1996 йылдан эшләй. Алтай крайында урта һәм юғары етәксе вазифаларҙа хеҙмәт иткән.
Читайте нас: