Был һөнәри байрам Рәсәйҙә суд системаһын камиллаштырыу, граждандарҙың азатлыҡтарын һәм конституцион хоҡуҡтарын яҡлау эшендә суд приставтары институтының хеҙмәтенә баһа биреү сараһы булараҡ 10 йыл элек барлыҡҡа килгән.
Президент билдәләүенсә, Федераль суд приставтары хеҙмәте алдында торған бурыстар хеҙмәткәрҙәргә айырым яуаплылыҡ йөкмәтә. Улар көнүҙәк социаль, ватансылыҡ, ижади проекттарҙы һәм башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуға ла ҙур иғтибар бирә. Владимир Путин, суд приставтары хеҙмәтенең юғары дәрәжәһен билдәләгән яңы федераль закон уның кадрҙар составын тағы ла нығытыр, эш сифатын яҡшыртыр, тигән өмөт белдерҙе.