Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
30 Октябрь 2019, 08:59

ВЛАДИМИР ПУТИН ГАЗ ТРАНЗИТЫ МӘСЬӘЛӘҺЕН ХӘЛ ИТӘ

ВЛАДИМИР ПУТИН ГАЗ ТРАНЗИТЫ МӘСЬӘЛӘҺЕН ХӘЛ ИТӘ Рәсәй Президенты Владимир Путин Германия канцлеры Ангела Меркель менән телефондан Украина аша газ транзиты хаҡында фекер алышты, ти хәбәр итә Кремлдең матбуғат хеҙмәте. #ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин Германия канцлеры Ангела Меркель менән телефондан Украина аша газ транзиты хаҡында фекер алышты, ти хәбәр итә Кремлдең матбуғат хеҙмәте.


Украина аша Рәсәй газы транзитына килешеү йыл аҙағында ғәмәлдән сыға. Рәсәй ғәмәлдәге килешеүҙе оҙайтыу яҡлы, ә Украина яңы килешеү төҙөүҙе талап итә. Рәсәйҙең Энергетика министры Александр Новак белдереүенсә, әгәр Киев үҙҙәренең закондарына Европа нормаларын ҡабул итһә, Мәскәү 2020 йылдан транзит буйынса ҡеүәттерҙе нығытырға әҙер. Ә "Газпром" етәксеһе Алексей Миллер, үҙ сиратында, яңы контракт төҙөр өсөн "Нафтогаз" менән суд бәхәстәрен тулыһынса көйләү талап ителә, ти.

Читайте нас: