Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
25 Октябрь 2019, 09:06

Путин Хужағәлиевтәрҙе бүләкләне

Путин Хужағәлиевтәрҙе бүләкләне Рәсәй Президенты илебеҙҙең дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. #ВладимирПутин

Фото: ok.ru
Фото: ok.ru
Рәсәй Президенты илебеҙҙең дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә БАШҠОРТОСТАН.

Бүләкләнеүселәр араһында Татарстандың Минзәлә районынан Гөлнар менән Фәйез Хужағәлиевтәр ҙә бар. Дүрт бала тәрбиәләгән ғаиләгә “Ата-әсә даны” ордены тапшырылды.

2016 йылда Фәйез Бөтә Рәсәй “Йыл атаһы” конкурсының “Иң яҡшы ғаилә башлығы” категорияһында ҡатнашҡайны.
Ғаилә башлығы менән таныштырыу буйынса видеояҙмала Гөлнар Хужағәлиева тормош юлдашының улдарын ысын ир-егет итеп тәрбиәләүе тураһында һөйләй.

“Һинең тырышлығың һөҙөмтәһендә улар изге күңелле, спорт һөйөүсе, аҡыллы, ижади, ихлас кеше булып үҫә”, – ти ул.
Читайте нас: