Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
24 Октябрь 2019, 08:54

Владимир Путиндың визиткаһы һатыла. Кәрәкме?

Владимир Путиндың визиткаһы һатыла. Кәрәкме? Avito сайтында Петербургта йәшәгән бер кеше Рәсәй Президенты Владимир Путиндың визиткаһын һатыуға ҡуйған. #ВладимирПутин

Фото: avito.ru
Фото: avito.ru
Avito сайтында Петербургта йәшәгән бер кеше Рәсәй Президенты Владимир Путиндың визиткаһын һатыуға ҡуйған, тип яҙа БАШҠОРТОСТАН.
Уның өсөн ике миллион һум һорайҙар. “Владимир Путин был визитканы комитет рәйесе булып эшләгән осорҙа атайыма биргән. Визиткалар һауытында ул 20 йылдан ашыу үҙ мәлен көтөп ятты. Сифаты яҡшы”, – тиелә иғланда.
Әйткәндәй, сайтта Владимир Путиндың башҡа визиткалары ла тәҡдим ителә. Уларҙың хаҡы байтаҡҡа арзаныраҡ. Шулай уҡ Рәсәй Президентының автографтары ла һатыла икән. Хаҡы 50 мең һумдан башлана.
Владимир Путиндың визиткалары Петербург медиаменеджерҙарында ла бар. Октябрь башында Санкт-Петербург китап салоны директоры Андрей Шамрай Facebook социаль селтәрендә ил Башлығы визиткаһының фотоһын ҡуйғайны.
Унда Путиндың телефоны һәм электрон почтаһы ла күрһәтелгән. Шамрай тыуған көнө менән ҡотларға тип Президентҡа шылтыратыуы, әммә уның телефонға яуап бирмәүе тураһында яҙма ла ҡалдырған.
#ВладимирПутин
Читайте нас: