Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
19 Октябрь 2019, 09:34

Путин режиссерҙарға өҫтөнлөк бирерме?

Путин режиссерҙарға өҫтөнлөк бирерме? Драматург йәки режиссер булырға теләгәндәргә икенсе юғары белемде бушлай алыу мөмкинлеге бирелерме? Рәсәй Президенты Владимир Путин был турала уйлап ҡарарға вәғәҙә итте. #ВладимирПутин

Фото: tvc.ru
Фото: tvc.ru
Драматург йәки режиссер булырға теләгәндәргә икенсе юғары белемде бушлай алыу мөмкинлеге бирелерме? Рәсәй Президенты Владимир Путин был турала уйлап ҡарарға вәғәҙә итте, тип яҙа БАШҠОРТОСТАН.


“Икенсе юғары белемгә ҡағылышлы әйткән фекер-тәҡдимдәрегеҙҙе ишеттем. Был мәсьәләне хәл итербеҙ. Гранттарҙы ярайһы уҡ арттырырбыҙ йәки сикләүҙәрҙе ғәмәлдән сығарырбыҙ”, – тине ил Президенты, С.А. Герасимов исемендәге Бөтә союз дәүләт кинематография институтын тамамлаусылар менән осрашыуҙа бирелгән һорауға яуап итеп. – Хөкүмәттә бер тармаҡҡа бындай мөмкинлек бирһәң, ҡалғандары ла эйәрәсәк, тип борсолалар, ләкин мин барыһын да бер ҡалыпҡа һалырға ярамай, режиссура, драматургия кеүек йүнәлештәрҙе айырым ҡарарға кәрәк, тигән фекер менән килешәм”.

Читайте нас: