“Известия” гәзитенә биргән интервьюһында СССР-ҙың элекке етәксеһе һәм КПСС Үҙәк Комитетының һуңғы Генераль секретары Михаил Горбачев Рәсәй Президенты Владимир Путинға мөрәжәғәт итеүе тураһында һөйләне, тип яҙа БАШҠОРТОСТАН. Михаил Сергеевич әйтеүенсә, ул донъя лидерҙарына “көсләп кәңәшсе булып тағылырға” теләмәй, шуға ла ҡыҫҡа ғына хат аша мөрәжәғәт итә. Дәүләт етәкселәре иңенә хәҙер ғәйәт ҙур яуаплылыҡ һалынған, тигән фекерҙә Горбачев.
“Тураһын әйтергә кәрәк: хәҙер хәүефле заман. Донъя лидерҙарына ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелә. Быны үҙ тәжрибәмдән беләм”, – тине ул.
Михаил Горбачев, Путиндан тыш, Франция Президенты Эмманюэль Макронға мөрәжәғәт итеүе тураһында әйтте, әммә яҙған хаттарының йөкмәткеһе хаҡында һөйләмәне.