РӘСМИ 18 Октябрь 2019, 09:30
Владимир Путин йәштәрҙе тикшерергә ҡушты Владимир Путин йәштәрҙе тикшерергә ҡушты Рәсәй Президенты Владимир Путин ил Хөкүмәтенә интернет селтәрендә йәштәрҙең өҫтөнлөктәрен һәм ҡылыҡтарын даими тикшерергә ҡушты. #ВладимирПутин
Рәсәй Президенты Владимир Путин ил Хөкүмәтенә интернет селтәрендә йәштәрҙең өҫтөнлөктәрен һәм ҡылыҡтарын даими тикшерергә ҡушты, тип хәбәр итә БАШҠОРТОСТАН . Мәғлүмәттәр мөхите йәш быуындың ҡарашына ниндәй йоғонто яһай? Дәүләт органдары һәм профилле ойошмалар ошо хаҡта һәр саҡ хәбәрҙар булырға тейеш. Владимир Путин шулай уҡ “йәштәргә рухи-әхлаҡи тәрбиә биреүгә” йүнәлтелгән контент булдырыу менән шөғөлләнгән координация үҙәген ойоштороу бурысын да ҡуйҙы. Контент материалдары артабан интернет селтәрендә таратыласаҡ. Дәүләт етәксеһенең күрһәтмәләре 1 декабргә тиклем үтәлергә тейеш.
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей. Продолжение пользования сайтом является согласием на применение данных технологий Принять