Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
18 Октябрь 2019, 09:34

Путин полицияның хоҡуҡтарын киңәйтте

Путин полицияның хоҡуҡтарын киңәйтте Рәсәй Президенты Владимир Путин полиция хеҙмәткәрҙәренә граждандарға киҫәтеү яһау хоҡуғын биргән законға ҡул ҡуйҙы. #ВладимирПутин

Фото: Reuters
Фото: Reuters
Рәсәй Президенты Владимир Путин полиция хеҙмәткәрҙәренә граждандарға киҫәтеү яһау хоҡуғын биргән законға ҡул ҡуйҙы, тип яҙа БАШҠОРТОСТАН.

Документта билдәләнеүенсә, енәйәти һәм административ тәртип боҙоуҙар өсөн шарттар тыуҙырған ғәмәлдәр ҡылған, йәмәғәт урындарында үҙен йәмһеҙ тотҡан кешеләргә хоҡуҡ һаҡсылары киҫәтеү яһай ала.

Уның тәртибен, алымын һәм киҫәтеү яһаясаҡ вазифалы кешеләрҙе Эске эштәр министрлығы билдәләйәсәк. “Полиция тураһында”ғы Федераль закондың 13-сө статьяһына үҙгәрештәр индереүҙе Дәүләт Думаһының именлек комитеты ағзалары тәҡдим итте.

Йәмәғәт күҙәтеүе комиссияһының яуаплы секретары Иван Мельниковтың фекеренсә, яңы закон енәйәттәр һанын кәметеү мөмкинлеген бирәсәк.


Читайте нас: