Мораҙым
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
17 Октябрь 2019, 09:38

Владимир Путин бөгөн Иркутск өлкәһендә һәм Алыҫ Көнсығышта ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрә

Владимир Путин бөгөн Иркутск өлкәһендә һәм Алыҫ Көнсығышта ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрә. Эш сәфәрҙәре һәм кәңәшмәләре йомғаҡтары буйынса дәүләт башлығы Хөкүмәткә күрһәтмәләр биргәйне. Әлеге сарала уларҙың үтәлеше тураһында һүҙ барасаҡ. Ултырышта зыян күргәндәргә компенсация түләү, торлаҡ төҙөү һәм капиталь төҙөкләндереү, социаль объекттарҙың, транспорт ифраструктураһының торошо, көҙгө-ҡышҡы миҙгелгә әҙерлек барышы тикшереләсәк. #ВладимирПутин

Фото: Baikal24.ru
Фото: Baikal24.ru
Эш сәфәрҙәре һәм кәңәшмәләре йомғаҡтары буйынса дәүләт башлығы Хөкүмәткә күрһәтмәләр биргәйне. Әлеге сарала уларҙың үтәлеше тураһында һүҙ барасаҡ. Ултырышта зыян күргәндәргә компенсация түләү, торлаҡ төҙөү һәм капиталь төҙөкләндереү, социаль объекттарҙың, транспорт ифраструктураһының торошо, көҙгө-ҡышҡы миҙгелгә әҙерлек барышы тикшереләсәк, тип хәбәр итә БАШҠОРТОСТАН.

Төп доклад менән вице-премьер Виталий Мутко, төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев, Иркутск өлкәһе губернаторы Сергей Левченко сығыш яһаясаҡ.

Мәғлүм булыуынса, Владимр Путин стихиялы бәлә-ҡазанан зыян күргән Алыҫ Көнсығыш төбәктәрендә һәм Иркутск өлкәһендә төҙөкләндереү эштәре барышын контролдә тота.

Читайте нас: