Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
17 Октябрь 2019, 16:43

Лауреат билдәләнде

Район хакимиәтендә 2019 йыл өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге район премияһын тапшырыу буйынса комиссияның район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев етәкселегендә кәңәшмәһе үтте.

Район хакимиәтендә 2019 йыл өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге район премияһын тапшырыу буйынса комиссияның район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев етәкселегендә кәңәшмәһе үтте.


Күпселек тауыш менән лауреат исеменә билдәле йәмәғәт эшмәкәре, публицист Шәһит Әхмәт улы исемен интернет селтәрендә популярлаштырғаны өсөн район мәҙәниәт һарайының халыҡ тынлы оркестры етәксеһе, техник-программист Мәүлетҡолов Рәфис Фәрит улы лайыҡ булды. Ул - Шәһит Хоҙайбирҙинға бағышланған сайтты булдырыусы һәм уның администраторы. Уның биттәрендә район һәм республика премиялары лауреаттары, Ш.Ә.Хоҙайбирҙин музейы тураһында бүлектәр бар, фото һәм видеоматериалдар урынлаштырылған. Дәғүә итеүсе район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге тарафынан тәҡдим ителде.



Читайте нас: