Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
15 Октябрь 2019, 08:56

Владимир Путин япондарҙың ҡайғыһын уртаҡлашты

Владимир Путин ҡайғы уртаҡлашты Японияға ябырылған “Хагибис” тайфуны ҡорбандары 33-кә еткән. Шул уҡ ваҡытта кәмендә 19 кеше хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә, 180-е төрлө тән йәрәхәте алған. #ВладимирПутин

Японияға ябырылған “Хагибис” тайфуны ҡорбандары 33-кә еткән. Шул уҡ ваҡытта кәмендә 19 кеше хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә, 180-е төрлө тән йәрәхәте алған, ТИП ХӘБӘР ИТӘ "БАШҠОРТОСТАН".


Илдә эҙләү-ҡотҡарыу ғәмәлдәре дауам итә. Эшкә 27 мең самаһы хәрби йәлеп ителгән. Мәғлүм булыуынса, тәбиғәт ҡазаһы һөҙөмтәһендә Хонсю утрауындағы 21 йылға ярҙарынан сыҡҡан. Һыу баҫыуҙан Нагано, Сайтама һәм Мияги префектуралары айырыуса зыян күргән.


Рәсәй Президенты Владимир Путин Япония Премьер-министры Синдзо Абэға ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаһы ебәрҙе. Дәүләт башлығы унда һәләк булғандарҙың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша, имгәнгәндәрҙең тиҙ арала һауығыуын теләй.


Рәсәй Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков әйтеүенсә, Мәскәү Японияға ярҙам күрһәтергә әҙер.
Читайте нас: