Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
15 Октябрь 2019, 09:52

Владимир Путин Ғәрәбстанға юлланды

Владимир Путин Ғәрәбстанға юлланды Рәсәй Президенты Владимир Путин дәүләт сәфәре менән Сәғүд Ғәрәбстанына йыйына. Унда ул король Сәлмән бен Әбдел Әзиз Әл Сәғүд менән һөйләшеүҙәр үткәрәсәк. #ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин дәүләт сәфәре менән Сәғүд Ғәрәбстанына йыйына. Унда ул король Сәлмән бен Әбдел Әзиз Әл Сәғүд менән һөйләшеүҙәр үткәрәсәк, тип яҙа БАШҠОРТОСТАН.


Рәсәй башлығы ярҙамсыһы Юрий Ушаков хәбәр итеүенсә, дәүләт башлыҡтары нефткә хаҡты тотороҡландырыу өсөн ғәмәлдәрҙе көйләү, Сүриәләге һәм Фарсы ҡултығы төбәктәрендәге хәл-ваҡиғалар кеүек мәсьәләләр буйынса фекер алышасаҡ. Шулай уҡ донъя углеводород баҙарын тотороҡландырыу маҡсатында берлектә эш итеү алымдары ҡараласаҡ.


Сәфәр программаһына ярашлы, Владимир Путиндың Рәсәй-Сәғүд иҡтисади советының тәүге ултырышында ҡатнашыуы, Сәғүд Ғәрәбстаны принцы Мөхәммәт бен Сәлмән Әл Сәғүд менән әңгәмәләшеүе күҙаллана. Юрий Ушаков билдәләүенсә, сәфәр йомғаҡтары буйынса 30-ға яҡын документҡа, шул иҫәптән ведомство-ара һәм коммерция килешеүҙәренә ҡул ҡуйыласаҡ.

Читайте нас: