«Һеҙгә эшегеҙҙең темпын кәметмәүегеҙҙе һәм ошо юғары вазифала һайлау алды кампанияһы осорондағы кеүек үк яҡшы эшләүегеҙҙе теләйем. Сөнки хәҙер һеҙгә ышанып тапшырылған биләмәләрҙә халыҡҡа биргән вәғәҙәләрҙе үтәү өсөн көсөргәнешле эшләргә кәрәк. Иң мөһиме – даими рәүештә йәмғиәттең тын алышын, халыҡтың нимә көткәнен һәм уларҙың һеҙҙең башҡарған эшегеҙгә ҡарашын тойорға. Ә был — иң мөһиме», — тине дәүләт башлығы.