Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
10 Октябрь 2019, 09:14

Владимир Путин Америка астронавын ниңә бүләкләне?

Владимир Путин Америка астронавын ниңә бүләкләне? Рәсәй Президенты Владимир Путин Америка астронавы Ник Хейгты Батырлыҡ ордены менән бүләкләне. Тейешле Указ хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми порталында донъя күрҙе. #ВладимирПутин

Фото: zen.yandex.ru
Фото: zen.yandex.ru
Рәсәй Президенты Владимир Путин Америка астронавы Ник Хейгты Батырлыҡ ордены менән бүләкләне. Тейешле Указ хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми порталында донъя күрҙе, ТИП ХӘБӘР ИТӘ БАШҠОРТОСТАН.


Мәғлүм булыуынса, Ник Хейг былтыр 11 октябрҙә Рәсәй космонавы Алексей Овчинин менән “Союз МС-10” карабында МКС-ҡа юлланғайны. Әммә осоштоң өсөнсө минутанда “Союз-ФГ” ракетаһының һәләкәткә осрауы арҡаһында компьютер экипаж ултырған аппаратты атып төшөшөргә команда бирҙе. Космонавтар старттан йыраҡ түгел ергә имен-аман төшөп етте.


Бүләкләү тураһындағы документта билдәләнеүенсә, Америка астронавына награда “ғәҙәттән тыш шарттарҙа ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, хеҙмәт бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлығы һәм юғары профессионализмы өсөн” тапшырыла.

Читайте нас: