Мораҙым
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
8 Октябрь 2019, 09:30

Тыуған көнө алдынан Владимир Путин Себер тайгаһында йөрөнө

Тыуған көнө алдынан Владимир Путин Себер тайгаһында йөрөнө Оборона министры Сергей Шойгу менән ил Президенты тайгала бәшмәк йыйҙы. Гөрөздә бәшмәге уның айырым иғтибарын йәлеп итте. “Бәшмәк, ә уның өҫтөндә тубырсыҡ”, – тип аптырауын йәшермәне Президент бәшмәкте ҡулында әйләндереп. #ВладимирПутин

Фото: news.ykt.ru
Фото: news.ykt.ru
Оборона министры Сергей Шойгу менән ил Президенты тайгала бәшмәк йыйҙы. Гөрөздә бәшмәге уның айырым иғтибарын йәлеп итте. “Бәшмәк, ә уның өҫтөндә тубырсыҡ”, – тип аптырауын йәшермәне Президент бәшмәкте ҡулында әйләндереп, тип яҙа Башҡортостан.


Был көндө Владимир Путин йәйәүләп тә, рулгә үҙе ултырып та тайга гиҙҙе. Урманда еләкле ҡыуаҡ ҡаҙып алды. “Мәскәү янындағы дачаңа ултыртырһың”, – тип шаяртты ул Шойгуны. “Бындай еләк үҫеп китһен өсөн Мәскәү янындағы һыу менән һауаның ошондағы кеүек булыуы кәрәк”, – тине министр. “Тап шуға ынтылырға кәрәк”, – тине дәүләт башлығы етдиләнеп.


Туҡталышта Путин менән Шойгу усаҡ яҡтылар. Артабан Владимир Владимирович тау түбәһенә менеп, тирә-яҡты күҙәтте. “Енисей юғарыран бигерәк матур күренә”, – тип һоҡланыуын йәшермәне ул. Президент әйтеүенсә, ул менгән тауҙың бейеклеге ике мең метр самаһы. “Болоттарҙан да күпкә юғарыраҡ күтәрелдек”, – тине дәүләт башлығы.


#ВладимирПутин
Читайте нас: