Бөгөнгө ҡануниәткә ярашлы, илебеҙҙә етештерелгән шарапҡа акциздың льготалы ставкаһы буйынса һалым һалына. Мәҫәлән, 2020 йылда үҙебеҙҙә сығарылған бер литр шарапҡа акциз ставкаһы – биш һум, ә шампан шарабына – 14 һум, ә сит ил шарабына – 19 һум, шампанға иһә 37 һум булыр ине.
Бер үк ваҡытта йөҙөмгә лә акциз индерелә. 2020 йылда ул бер тонна виноградҡа – 30 һум, 2021 йылда – 31, 2022 йылда иһә 32 һум тәшкил итәсәк. Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙең йөҙөм үҫтереүселәргә арттырылған коэффициент менән һалым ҡайтармаһы алыу хоҡуғы биреләсәк.