Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
1 Октябрь 2019, 09:37

Владимир Путин кемдәрҙе һалымдан бушатты?

Владимир Путин кемдәрҙе һалымдан бушатты? Рәсәй Президенты Владимир Путин рәсәйҙәрҙең бер нисә категорияһын физик берәмектәрҙең килеменә һалым түләүҙән азат итеү тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. #ВладимирПутин

Фото: zen.yandex.ru
Фото: zen.yandex.ru
Рәсәй Президенты Владимир Путин рәсәйҙәрҙең бер нисә категорияһын физик берәмектәрҙең килеменә һалым түләүҙән азат итеү тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы, тип яҙа БАШҠОРТОСТАН.


Документ хоҡуҡи мәғлүмәттәр порталында донъя күрҙе.


Бынан ары стихия ҡазаһында, теракттарҙа һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәр һөҙөмтәһендә зыян күргәндәр һалым түләмәйәсәк.


Шулай уҡ ошондай хәлдәрҙә зыян күргән кешеләргә торлаҡты ҡуртымға биргән кешеләр, йәнә вуздан йәки колледждан йылына иң күбе дүрт мең һум матди ярҙам алған студенттар һәм аспиранттар килемгә һалым түләүҙән бушатыла.


#ВладимирПутин
Читайте нас: