Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
29 Сентябрь 2019, 09:36

Владимир Путинға мөрәжәғәт итеүселәргә ярҙам күрһәтелде

Владимир Путинға мөрәжәғәт итеүселәргә ярҙам күрһәтелде Хәтерегеҙҙәлер, быйыл июнь аҙағында Иркутск өлкәһен һыу баҫыу һөҙөмтәһендә 25 кеше һәләк булды, алты кеше хәбәрһеҙ юғалды.#ВладимирПутин

Фото: yandex.ru
Фото: yandex.ru
Хәтерегеҙҙәлер, быйыл июнь аҙағында Иркутск өлкәһен һыу баҫыу һөҙөмтәһендә 25 кеше һәләк булды, алты кеше хәбәрһеҙ юғалды, тип хәбәр итә БАШҠОРТОСТАН.

Стихиялы бәлә-ҡаза 11 мең торлаҡ йортҡа, 49 юл биләмәһенә, 22 күпергә, 45 мең кешегә зыян килтерҙе. Нижнеудинск һәм Тулун ҡалаларында емереклектәр айырыуса күп булды. Июлдә төбәктә һыу баҫыу тағы ла ҡабатланды. Тулун районының туғыҙ ауылында ғына ла 233 йорт һыу аҫтында ҡалды.

Рәсәй Президенты Владимир Путинға мөрәжәғәт иткән йөҙгә яҡын кешегә ярҙам күрһәтелде. Башҡаларҙың ғаризалары әле ҡарала. Дәүләт башлығы әйтеүенсә, Тулунға сәфәр барышында уға 117 кеше мөрәжәғәт иткән. Президент урындағы халыҡ күтәргән мәсьәләләрҙең барыһын да хәл итеүҙе талап итте.

#ВладимирПутин
Читайте нас: