Мораҙым
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
25 Сентябрь 2019, 09:27

Владимир Путин ҡушыуы буйынса бюджетниктарҙың эш хаҡы индексакцияланасаҡ

Владимир Путин ҡушыуы буйынса бюджетниктарҙың эш хаҡы индексакцияланасаҡ Рәсәй Президентының “май указдары” йоғонтоһона эләккән бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә 1 октябрҙән эш хаҡын 4,3 процентҡа арттырасаҡтар. #ВладимирПутин

Фото: zen.yandex.ru
Фото: zen.yandex.ru
Рәсәй Президентының “май указдары” йоғонтоһона эләккән бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә 1 октябрҙән эш хаҡын 4,3 процентҡа арттырасаҡтар, тип яҙа БАШҠОРТОСТАН.
Был яңылыҡ ҡаҙна, бюджет, автономиялы федераль учреждениелар, шул иҫәптән баҡсала бала ҡараусыларға, кадрҙар бүлеге белгестәренә, юристарға, бухгалтерҙарға һәм башҡаларға ҡағыла.
Мәғлүм булыуынса, 2019 йыл башында Рәсәйҙең социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләүсе өс яҡлы комиссия төбәктәргә бюджетсыларҙың хеҙмәт хаҡын кәмендә 4,3 процентҡа күтәреү тураһында тәҡдим ебәргәйне. Төбәк һәм муниципаль власть бының өсөн аҡса бүлеүҙе күҙалларға тейеш ине.
2012 йылдың майында Владимир Путин уҡытыусыларҙың, социаль хеҙмәткәрҙәрҙең, кесе һәм урта медицина персоналының уртаса эш хаҡын - 100 процентҡа, ә табиптарҙыҡын, вуз уҡытыусыларыныҡын, ғилми хеҙмәткәрҙәрҙекен 200 процентҡа тиклем арттырыу бурысын ҡуйғайны. Февралдә Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә Президент өлгәшелгән күрһәткестәрҙе һаҡлап ҡалыуҙы талап итте.
Сентярҙә вице-премьер Татьяна Голикова бюджет хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡының 2020 йылдың 1 октябренән 3,8 процентҡа индексацияланасағы тураһында хәбәр итте.
#ВладимирПутин
Читайте нас в