Мораҙым
+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
24 Сентябрь 2019, 09:02

Владимир Путин яман шешкә ҡаршы көрәш хаҡында

Владимир Путин яман шешкә ҡаршы көрәш хаҡында Яман шештән яфаланғандарға ярҙам һәм был сирҙе һөҙөмтәле дауалау алымын эҙләү – Рәсәйҙәге медицина тармағының төп бурысы. Икенсе халыҡ-ара онкология һәм радиология форумында ҡатнашыусыларға мөрәжәғәтнамәһендә Владимир Путин ошо турала белдерҙе. #ВладимирПутин

Фото: Lenta.ru
Фото: Lenta.ru
Яман шештән яфаланғандарға ярҙам һәм был сирҙе һөҙөмтәле дауалау алымын эҙләү – Рәсәйҙәге медицина тармағының төп бурысы. Икенсе халыҡ-ара онкология һәм радиология форумында ҡатнашыусыларға мөрәжәғәтнамәһендә Владимир Путин ошо турала белдерҙе, тип яҙа Башҡортостан.


“Иң элек пациент мәнфәғәттәренә йүнәлтелгән алдынғы онкология ярҙамы, яман шеште алдан иҫкәртеү, ваҡытында асыҡлау һәм һөҙөмтәле дауалау системаһын төҙөү Рәсәйҙә һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереүҙә төп йүнәлеште, беҙҙең дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөгөн тәшкил итә”, – тине Рәсәй Президенты.


Дәүләт башлығы әйтеүенсә, әле яман шеш бөтә кешелеккә хәүеф менән янай. Уға ҡаршы көрәшеү өсөн киң халыҡ-ара хеҙмәттәшлек, дауалау һәм иҫкәртеү тәжрибәһе менән уртаҡлашырға кәрәк.


#ВладимирПутин
Читайте нас: