Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
24 Сентябрь 2019, 09:50

Владимир Путин ипотеканы субсидиялау тураһында

Владимир Путин ипотеканы субсидиялау тураһында Рәсәй Президенты 15 декабргә тиклем ҡануниәткә Алыҫ Көнсығыштағы йәш ғаиләләр өсөн ипотека ставкаһын йылына ике процентҡа тиклем түбәнәйтеүгә йүнәлтелгән төҙәтмәләр әҙерләргә ҡушты. #ВладимирПутин

Фото: Reuters
Фото: Reuters
Рәсәй Президенты 15 декабргә тиклем ҡануниәткә Алыҫ Көнсығыштағы йәш ғаиләләр өсөн ипотека ставкаһын йылына ике процентҡа тиклем түбәнәйтеүгә йүнәлтелгән төҙәтмәләр әҙерләргә ҡушты, тип яҙа Башҡортостан.


Күҙалланыуынса, ипотека буйынса ставка “Алыҫ Көнсығыш гектары” программаһы буйынса бүленгән ер биләмәһендә йорт һалыуға алынған кредитҡа ла ҡағыласаҡ. Был маҡсатҡа “Алыҫ Көнсығыш федераль округын социаль-сәйәси үҫтереү” дәүләт программаһы, Алыҫ Көнсығышты һәм Байкал төбәген үҫтереү фонды аҡсаһын йүнәлтеү күҙаллана. Владимир Путин шулай уҡ федераль округта урындағы юғары технологиялы проекттарҙы үҫтереүгә булышлыҡ итеү маҡсатында венчур фондын ойоштороу бурысын йөкмәтте.
Читайте нас: