Мораҙым
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
21 Сентябрь 2019, 09:51

Владимир Путин ҡыҙҙарҙы тәбрикләне

Владимир Путин ҡыҙҙарҙы тәбрикләне Рәсәй Президенты Владимир Путин спортсы ҡыҙҙар Дина Аверина менән Екатерина Селезневаны Баҡыла үткән художество гимнастикаһы буйынса донъя чемпионатында алтын миҙал яулауҙары менән ҡотланы. #ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин спортсы ҡыҙҙар Дина Аверина менән Екатерина Селезневаны Баҡыла үткән художество гимнастикаһы буйынса донъя чемпионатында алтын миҙал яулауҙары менән ҡотланы.

Аверина – туп, ә Селезнева ҡулса менән күнекмәләрҙә еңеүгә өлгәште. Рәсәй башлығы Дина Аверинаға ебәргән телеграммаһында уның еңеүен триумф тип атаны, спортсының юғары әҙерлек кимәлен, рух ныҡлығын һәм үҙ көсөнә ышанысын билдәләне.

Екатерина Селезневаны ҡотлауында иһә Президент ҡыҙҙың оҫталығын, ихтыяр көсөн, еңеүгә ынтылышын, күркәм сығыш яһауын телгә алды, гимнастканың артабан да уңышҡа өлгәшеренә ышаныс белдерҙе.


Читайте нас: