Волков исемендәге театрҙа тамашасыларға сәхнә арты серҙәрен асырға ниәтләйҙәр. Июнь айында дәүләт башлығы ошондай күрһәтмә биргәйне. Хәҙер Мәҙәниәт министрлығы театрҙы Рәсәйҙең айырыуса ҡиммәтле мәҙәни мираҫ объекттарының йыйылма исемлегенә индерергә, ә Хөкүмәт уның эшенең хоҡуҡи, финанс һәм матди шарттарын тәьмин итергә тейеш.