“Владимир Владимирович, үҙегеҙ тауыш биргән кандидатты шәхсән беләһегеҙме?” тигән һорауға ул: “Юҡ, белмәйем, әммә уның яҡшы, итәғәтле кеше икәнлегенә ышанам”, – тип яуапланы.
Хәбәрселәр ил Президентына кандидаттар һанына бәйле һорау ҙа бирҙе. “Ҡайһы бер илдәрҙә 30-ар, 50-шәр, 100-әр дәғүәсе була. Эштең сифаты быға ҡарап үҙгәрмәй. Иң мөһиме – һан түгел, ә сифат. Беҙҙә лайыҡлы кандидаттар һайланыр, тип уйлайым”, – тине Владимир Путин.