Мораҙым
0 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
7 Сентябрь 2019, 09:11

Владимир Путин ипотека ставкаһын төшөрөргә тәҡдим итте

Владимир Путин ипотека ставкаһын төшөрөргә тәҡдим итте “Иң элек беҙгә заманса торлаҡ төҙөү күләмен байтаҡҡа арттырырға, шул уҡ ваҡытта уның хаҡын мөмкин тиклем арзанайтырға кәрәк. Ошоға бәйле кисә коллегалар – төбәк етәкселәре менән мәсьәләне тикшерҙек. Төбәктә махсус ипотека программаһын ғәмәлгә индерергә ризамын. Уның буйынса йәш ғаиләләр Алыҫ Көнсығыш төбәктәрендә фатир йәки йорт алыуға йылына ике процент ставка буйынса кредит алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ”, – тине Владимир Путин Көнсығыш иҡтисади форумында. #ВладимирПутин

“Иң элек беҙгә заманса торлаҡ төҙөү күләмен байтаҡҡа арттырырға, шул уҡ ваҡытта уның хаҡын мөмкин тиклем арзанайтырға кәрәк. Ошоға бәйле кисә коллегалар – төбәк етәкселәре менән мәсьәләне тикшерҙек. Төбәктә махсус ипотека программаһын ғәмәлгә индерергә ризамын. Уның буйынса йәш ғаиләләр Алыҫ Көнсығыш төбәктәрендә фатир йәки йорт алыуға йылына ике процент ставка буйынса кредит алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ”, – тине Владимир Путин Көнсығыш иҡтисади форумында, ТИП ЯҘА БАШҠОРТОСТАН.


Президент әйтеүенсә, Алыҫ Көнсығыш –демографик ҡеүәте юғары булған йәш төбәк, был ҡеүәтте һаҡларға һәм үҫтерергә кәрәк.

“Программаны быйыл ғәмәлгә индереп, биш йыл дауамында тормошҡа ашырырға тәҡдим итәм”, – тине ил башлығы.

Шул уҡ ваҡытта башҡа төбәктәрҙең етәкселәрен ул былай тип иҫкәртте: “Быны бөтә ил буйынса эшләй алмайбыҙ, һөҙөмтәһе булмаясаҡ. Сараның маҡсаты – Алыҫ Көнсығышҡа белемле кешеләрҙе, квалификациялы кадрҙарҙы йәлеп итеү”.


Владимир Путин сараны финанслауға аҡсаны Алыҫ Көнсығышты үҫтереүҙең дәүләт программаһынан һәм Алыҫ Көнсығышты үҫтереү фондынан алырға тәҡдим итте.

Читайте нас: