Мораҙым
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
7 Сентябрь 2019, 09:05

Владимир Путин: “Донъяла бынан да күркәмерәк ерҙе күргәнем юҡ”

Владимир Путин: “Донъяла бынан да күркәмерәк ерҙе күргәнем юҡ” Бөгөн Көнсығыш иҡтисади форумы нигеҙендә Рәсәй Президенты Владимир Путин Алыҫ Көнсығышты үҫтереү мәсьәләләре буйынса йәмәғәтселек вәкилдәре менән осрашты. #ВладимирПутин

Бөгөн Көнсығыш иҡтисади форумы нигеҙендә Рәсәй Президенты Владимир Путин Алыҫ Көнсығышты үҫтереү мәсьәләләре буйынса йәмәғәтселек вәкилдәре менән осрашты, тип яҙа БАШҠОРТОСТАН.


Сарала ҡатнашыусыларҙың береһе – вулканолог һәм уҡытыусы, “Вулканариум” Камчатка мәҙәни-ағартыу үҙәгенә нигеҙ һалыусы Сергей Самойленко ойошманың эше тураһында һөйләне. Ул шулай уҡ социаль эшҡыуарлыҡ тураһындағы законды телгә алды, урындағы вулкандар музейына ярҙам күрһәтеүҙе үтенде.


“Камчатка – беҙҙең гәүһәребеҙ, тәбиғи ҡурсаулығыбыҙ. Донъяла Камчатканан да күркәмерәк ерҙе күргәнем юҡ”, – тине Владимир Путин.

Президент һәр төбәктә ошондай тәбиғи музей асыу идеяһын хупланы. “Башҡарған эшегеҙ ҙур әһәмиәткә эйә. Изге ниәттәр менән янып-көйәһегеҙ, һеҙгә көнләшергә мөмкин”, – тине ил башлығы.


ФОТО: funik.ru
Читайте нас: