Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
31 Август 2019, 09:17

Владимир Путинға туңдырма һатҡан ҡыҙ юғалған

Владимир Путинға туңдырма һатҡан ҡыҙ юғалған “Московский комсомолец” гәзите хәбәр итеүенсә, 27 августа Рәсәй Президенты Владимир Путин Төркиә Президенты Рәжәп Эрдоганға туңдырма һатып алған ҡыҙ ҙа, тәмлекәстәр арбаһы ла Жуковскийҙағы Халыҡ-ара авиайыһан салоны күргәҙмәһенән юҡҡа сыҡҡан. #ВладимирПутин

“Московский комсомолец” гәзите хәбәр итеүенсә, 27 августа Рәсәй Президенты Владимир Путин Төркиә Президенты Рәжәп Эрдоганға туңдырма һатып алған ҡыҙ ҙа, тәмлекәстәр арбаһы ла Жуковскийҙағы Халыҡ-ара авиайыһан салоны күргәҙмәһенән юҡҡа сыҡҡан.


Туңдырмалы арба Президент килгәндең иртәгәһенә үк юғалған. “Авиасалонды йөрөп сыҡтыҡ, әммә фестивалдә һатыусыны ла, арбаны ла тапманыҡ”, – ти баҫма хәбәрселәре. Ошонда уҡ туңдырма һатыусылар ҙа ул ҡыҙҙы белмәүен билдәләй. Өҫтәүенә, уларҙағы туңдырма бөтөнләй бүтән маркалы булып сыға.


Гәзит мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Владимир Путиндың сәфәре барышында күргәҙмә экспозицияһының бер өлөшөн япҡандар, сит-яттарға унда инеү тыйылған. “Президенттарҙы кәмендә 50-70 һаҡсы оҙатып йөрөнө. Көтмәгәндә шундай ерҙә туңдырмалы арба пәйҙә була, һуңынан иһә шунда уҡ юҡҡа сыға”, – тип яҙа “МК”. Ҡыҙҙың шәхесен әле булһа асыҡлай алмағандар.
Фото: ok.ru
Читайте нас: