Мораҙым
-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
30 Август 2019, 09:20

Владимир Путин: “Гранин арҙаҡлы шәхес һәм бөйөк яҙыусы ине”

Владимир Путин: “Гранин арҙаҡлы шәхес һәм бөйөк яҙыусы ине” Рәсәй Президенты Владимир Путин Курск өлкәһендә яҙыусы Даниил Гранинға арналған музей комплексын төҙөү башланғысын хупланы. Был тема уның Курск өлкәһе губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Роман Старовойт менән әңгәмәһендә күтәрелгәйне. #ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин Курск өлкәһендә яҙыусы Даниил Гранинға арналған музей комплексын төҙөү башланғысын хупланы. Был тема уның Курск өлкәһе губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Роман Старовойт менән әңгәмәһендә күтәрелгәйне, тип яҙа Башҡортостан.


Рәсәй Президенты, Гранин арҙаҡлы шәхес һәм бөйөк яҙыусы ине, уның мираҫын танытырға кәрәк, тип билдәләне. Роман Старовойт әйтеүенсә, музей комплексының ҡайҙа асыласағы билдәле – ул Граниндың тыуған ауылы булған ерҙә урынлашасаҡ. Курск өлкәһенең Рыльск районында төҙөлгән комплекста шулай уҡ бәләкәй сиркәү, яҙыусының әҙәби мираҫы менән танышыу һәм уҡыуҙар өсөн асыҡ майҙансыҡ булдырыласаҡ.


Мәғлүм булыуынса, 2017 йылда Владимир Путин яҙыусының иҫтәлеген мәңгеләштереү һәм уның тыуыуына 100 йыл тулыуҙы байрам итеү тураһындағы указға ҡул ҡуйғайны.
Фото: ТАСС.
Читайте нас: