Муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәренә, Рәсәйҙең һәм республиканың дәүләт символикаһын ҡулланып, учреждениеларҙы, урамдарҙы, майҙандарҙы, йәмәғәт биналарын байрамса биҙәргә тәҡдим ителде. 2019 йылдың октябрендә муниципалитеттарға Республика көнөнө арналған тантаналы, мәҙәни һәм спорт саралары үткәрергә, төрлө тармаҡтағы иң яңы хеҙмәткәрҙәрҙе тантаналы ҡотларға, йәрминкә ойошторорға кәңәш бирелде.
Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығына, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығына — ғилми-ғәмәли конференциялар, тематик кисәләр, фестивалдәр, конкурстар, эстафеталар һәм башҡа саралар уҙғарыу; Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығына — ваҡиғаларҙы киң яҡтыртыу; Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығына — йәмәғәт тәртибен һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү; Һаулыҡ һаҡлау министрлығына сараларҙа медицина хеҙмәтләндереүен ойоштороу бурысы йөкмәтелде.