Михаил Закомалдин билдәләүенсә, суд власы граждандарҙың конституцион хоҡуҡтарын үтәү гаранты булып тора, ғәҙел суд эшмәкәрлеген тәьмин итә. Баш федераль инспектор судьяларҙы вәкәләттәрен, дәүләт башлығының юғары ышанысын раҫлаған таныҡлыҡтар алыуҙары менән ҡотланы, законлылыҡты нығытыу өлкәһендә артабан да уңыштар һәм һөҙөмтәле эш теләне.