Белешмә. Фәрит Ғилманов 1976 йылдың 8 февралендә Ишембай районының Ҡыҙыл Октябрь ауылында тыуған. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Санкт-Петербург янғын хәүефһеҙлеге институтын, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Санкт-Петербург дәүләт янғын хеҙмәте университеты адъюнктураһын тамамлай, педагогия фәндәре кандидаты. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса янғын бүлеге начальнигы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Респаубликаһы буйынса дәүләт янғын күҙәтеү идаралығының Салауат ҡалаһы дәүләт янғын инспекцияһы бүлеге начальнигы булып эшләй. 2011 йылдың апреленән — Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы. 2019 йылдың февралендә республиканың сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары вазифаһына тәғәйенде.