Франция журналистары Владимир Путиндан “Ҙур һигеҙ дәүләт” иҫәбенә ҡайтырға теләү-теләмәүе хаҡында һораны. Рәсәй Президенты: “Ысынбарлыҡта булмаған нәмәгә ҡайтыу мөмкин түгел, сөнки ғәмәлдә “Ҙур ете дәүләт” тигән төшөнсә генә бар”, – тип яуапланы. Ул, Рәсәй бер нәмәнән дә баш тартмай, шул иҫәптән “һигеҙ дәүләт” иҫәбендәге ағзалыҡтан да, бер үк ваҡытта быға ныҡлы ынтыла тип тә әйтеп булмай, сөнки асылда “Ҙур егерме дәүләт” төшөнсәһе лә бар бит әле, тип өҫтәне.