Мораҙым
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
20 Август 2019, 10:05

Владимир Путин Чебоксар халҡын ҡаланың 550 йыллығы менән ҡотланы

Владимир Путин Чебоксар халҡын ҡаланың 550 йыллығы менән ҡотланы Ил башлығы, Чебоксар күп йылдар дауамында Волга буйындағы иң мөһим иҡтисади һәм мәҙәни үҙәктәрҙең береһе булып ҡала, тип билдәләне. Уның тураһындағы тәүге яҙмалар 1469 йылда уҡ барлыҡҡа килгән.

Ил башлығы, Чебоксар күп йылдар дауамында Волга буйындағы иң мөһим иҡтисади һәм мәҙәни үҙәктәрҙең береһе булып ҡала, тип билдәләне. Уның тураһындағы тәүге яҙмалар 1469 йылда уҡ барлыҡҡа килгән, тип хәбәр итте БАШҠОРТОСТАН


“Һеҙ ҡала тарихы, яҡташтарығыҙҙың күп быуындары менән хаҡлы рәүештә ғорурланаһығыҙ, – тиелә Президенттың телеграммаһында. – Бөгөн Чебоксар – фәнни һәм белем биреү ҡеүәте ҙур булған, социаль һәм транспорт инфраструктураһы алға киткән, етди сәнәғәтле, күркәм һәм заманса ҡала. Уның халҡы милләт-ара татыулыҡты ҡәҙерләп һаҡлай, ижади, намыҫлы хеҙмәт йолаларын үҫтерә, тыуған ҡалаһының, Сыуашстан Республикаһының һәм тотош Рәсәйҙең именлегенә тос өлөш индерә”.


Владимир Путин шулай уҡ ҡалалағы мәҙәни һәм рухи мираҫтың бөтә Рәсәй өсөн әһәмиәтен билдәләне.
#Владимир Путин

Фото: kremlin.ru
Читайте нас: