Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
16 Август 2019, 11:15

Етди һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһеҙ ҡалмаҫ

Үткән аҙнала Мәҡсүт ауыл биләмәһендә район хакимиәте башлығы етәкселегендә күсмә ведомство-ара ҡабул итеү ойошторолдо. Биләмә бөтәһе 13 тораҡ пункттан тора, эшсе төркөм Туйөмбәт, Назаркин, Ерекле, Түбәнге һәм Үрге Һаҙ, Арҙат, Мәҡсүт ауылдарында мәҙәни һәм социаль тәғәйенешле объекттарҙың торошо, урындағы халыҡтың йәшәйеше менән танышты.

Үткән аҙнала Мәҡсүт ауыл биләмәһендә район хакимиәте башлығы етәкселегендә күсмә ведомство-ара ҡабул итеү ойошторолдо.

Биләмә бөтәһе 13 тораҡ пункттан тора, эшсе төркөм Туйөмбәт, Назаркин, Ерекле, Түбәнге һәм Үрге Һаҙ, Арҙат, Мәҡсүт ауылдарында мәҙәни һәм социаль тәғәйенешле объекттарҙың торошо, урындағы халыҡтың йәшәйеше менән танышты.


Күптән түгел генә үткән ауыл байрамынан һуң Ерекле йәмләнеп, төҙөкләнеп ҡалған. Яңы мәсет, балалар майҙансығы... Тик ФАП-тың иҙәненә ремонт талап ителә. Ереклеләрҙең уң ҡулы, терәге булған фельдшер Флүзә Рафиҡованың да исемен айырып телгә алыу мөһим. Башланғыс мәктәп бинаһына канализация үткәрелгән, шарттар тыуҙырылған. Әммә балалар һаны аҙ, 1-се класҡа бары тик 2 генә бала килә. Түбәнге һаҙ ауылы мәктәбендә лә 2 генә класс, 1-се класҡа килеүселәр юҡ. Уҡыусылар кәмегән һайын, мәктәптең дә ҡото китеп бара, бинаға ингән ергә ремонт кәрәк. Үрге Һаҙ ауылы кешеләрен иң борсоғаны – эсәр һыу юҡлығы, йәғни яраҡһыҙлығы. Был проблеманы улар элек ата-бабалары һыу эскән ауыл ҡотоғо урынына скважина быраулап ҡына хәл итеп буласағын белдерҙе. Арҙат ауылы фельдшер-акушерлыҡ пунктында намыҫлы эшсән Светлана Иванова ҡаршы алды. Ул пункт ихатаһында сәскәләр үҫтереп, үҙ ҡулдары менән матурлыҡ тыуҙырған, тик емерек ҡоймалар, бинаның меҫкен хәлдә булыуы күҙгә ташланмай ҡаламы һуң?..


Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев ҡабул иткән кешеләрҙең күпселеге пенсияға ҡағылышлы – хеҙмәт стажы дөрөҫ һаналмаған, әрме хеҙмәте стажға инмәгән, 25 процент өҫтәмәнең түләнмәүе кеүегерәк һорауҙар менән мөрәжәғәт итте. Йәштәр урамына ҡасаныраҡ асфальт түшәлә, балалар майҙансығы төҙөлөрмө, ҡый өсөн контейнерҙар ултырталармы, ни өсөн гел утты һүндерәләр? – тип һораусылар ҙа булды. Ғайса Ғилметдин улы был проблемаларҙың яҡын арала хәл ителәсәген белдерҙе. 2020-2021 йылдарға асфальт түшәү планлаштырыла, ә балалар майҙансығы булдырыуҙы етәксе “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы ярҙамында бойомға ашырырға тәҡдим итте.

Пленар өлөштә биләмә башлығы Әхмәтйән Вәлитов ағымдағы йылда башҡарылған эштәргә байҡау яһап үтте. Байрамды ҙур ойошҡанлыҡ менән үткәреүгә булышлыҡ иткән Ерекле халҡына, ярҙам ҡулы һуҙған район етәкселегенә, район һабантуйында әүҙемлек күрһәткән ауылдаштарына рәхмәтен белдерҙе. Полицияның участка уполномоченныйы сығышынан шуныһы ла билдәле булды: эскелек, уғрылыҡ, енәйәтселек кеүек йәмәғәтселек бәләһе лә урап үтмәгән был төбәктәрҙе. Малды иреккә ебәреүҙең дә закон менән тыйылғанын иҫкәрттеләр. Хаҡлы ялдағы мәғариф эшсәне Филүзә Абдуллина күпселекте борсоған мәсьәләләрҙе күтәреп, биләмә башлығына халыҡ менән тығыҙыраҡ бәйләнештә булырға тәҡдим итте, ауылдаштарын урындағы тәртипте, мәҙәнилекте берҙәм һаҡларға саҡырҙы. Ысынлап та, һәр ауыл тормошо, яҙмышы, ни тиһәң дә, шул ерҙе төбәк иткән кешеләргә ныҡ бәйле, халҡы егәрле, тырыш икән, ауылдың да йәне һәм йәме була. Ә район кимәлендәге проблемаларҙы хәл итер өсөн, һис шикһеҙ, ваҡыт һәм аҡса талап ителә, етәкселек менән халыҡтың асыҡтан-асыҡ һөйләшеүе һөҙөмтә бирер тигән өмөт бар...

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Читайте нас: