Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
13 Август 2019, 09:38

Владимир Путин: “Һеҙ хөрмәткә лайыҡ”

Владимир Путин: “Һеҙ хөрмәткә лайыҡ” zen.yandex.ruРәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәйҙең Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы рәйесе Михаил Шмаковты 70 йәше менән ҡотланы, уның эшмәкәрлегенең әһәмиәтен билдәләне. Телеграмма Кремлдең сайтында донъя күрҙе. #ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәйҙең Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы рәйесе Михаил Шмаковты 70 йәше менән ҡотланы, уның эшмәкәрлегенең әһәмиәтен билдәләне. Телеграмма Кремлдең сайтында донъя күрҙе, ТИП ЯҘА Башҡортостан.


“Һеҙ ғүмерегеҙҙе илебеҙҙә профсоюз хәрәкәтен үҫтереүгә арнанығыҙ һәм күп йылдар дауамында хеҙмәт ҡануниәтен камиллаштырыуға, Рәсәй граждандарының хоҡуҡтарын, мәнфәғәттәрен һәм социаль гарантияларын тәьмин итеүгә тос өлөш индерәһегеҙ. Яуаплылығығыҙ, мөһим эшмәкәрлегегеҙ йәмғиәттә тотороҡлолоҡто нығытыуға булышлыҡ итә һәм тәрән ихтирамға лайыҡ”, – тиелә телеграммала.


Михаил Шмаков 1949 йылдың 12 авгусында Мәскәүҙә тыуған. Н.Э. Бауман исемендәге Мәскәү юғары техник университетын тамамлаған. 1990 йылда – Мәскәү ҡала профсоюздар советы, ә 1993 йылда Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы рәйесе итеп тәғәйенләнгән. Ошо вазифаға алты тапҡыр ҡайтанан һайлана.


2018 йылдың июленән – Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Стратегик үҫеш һәм милли проекттар советы ағзаһы.
Читайте нас: