Мәғлүм булыуынса, Техас штатының Эль-Пасо һәм Огайо штатының Дейтон ҡалаһында ҡораллы енәйәтселәр кешеләргә ҡаршы ут асҡан. Был ике ваҡиғаның араһы – 13 сәғәт, уның һөҙөмтәһендә 29 кеше һәләк булған, тиҫтәләрсә кеше йәрәхәтләнгән. Полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәтселәрҙе атып үлтергән. Был, үҙ сиратында, башҡаларҙың ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән.
АҠШ-та ҡоралдың иркен һатылыуы билдәле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер ғәйепһеҙ кешеләргә һөжүм итеү – был дәүләттә таралған күренеш. Өҫтә телгә алынған ваҡиғалар йыл башынан теркәлгән, күп кеше ҡорбандарына килтергән 21-се һәм 22-се ваҡиға.