Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
1 Август 2019, 09:39

Владимир Путин юл камералары тураһында үҙ фекерен белдерҙе

Владимир Путин юл камералары тураһында үҙ фекерен белдерҙе Рәсәй Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге идаралығы үҙ сайтында яңы интерактив бүлек асҡан: унда юлдағы хоҡуҡ боҙоуҙарҙы теркәгән ҡорамалдар, йәғни, фото- һәм видеокамералар хаҡында мәғлүмәт тупланған. #ВладимирПутин

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге идаралығы үҙ сайтында яңы интерактив бүлек асҡан: унда юлдағы хоҡуҡ боҙоуҙарҙы теркәгән ҡорамалдар, йәғни, фото- һәм видеокамералар хаҡында мәғлүмәт тупланған.

Бүлек әлегә тест режимында эшләй, унда автоматик камераларҙың урынын теүәл асыҡлап була.

Интерактив карта июндә, Рәсәй Дәүләт Советының автомобиль юлдары селтәрен үҫтереү һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса үткәрелгән ултырыштан һуң булдырылған. Унда Ил Президенты Владимир Путин, камераларҙы ҡуйыуҙың маҡсаты – йәрәхәтләнеүҙәр кимәлен түбәнәйтеү һәм ғүмерҙәрҙе һаҡлау, уларҙы йәшереү кәрәкмәй, тип белдергәйне.
Читайте нас: