Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
31 Июль 2019, 09:05

Путин тарифтарҙы барланы

Путин тарифтарҙы барланы Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль антимонополия хеҙмәте етәксеһе Игорь Артемьев менән осрашыу үткәрҙе, уның барышында торлаҡ-коммуналь түләүҙәрҙең самаһыҙ артыуы проблемаһын да күтәрҙе. “Беҙҙең граждандар, иҫәпләүҙәренсә, Рәсәйҙәрҙең төрлө төбәктәрендә нигеҙһеҙ үҫкән тарифтарға даими иғтибар итә. Был мәсьәлә һәр йәһәттән хәл ителгән булһа, кешеләр “тура бәйләнеш”кә шылтыратып, зарланмаҫ ине”, – тип белдергән дәүләт етәксеһе осрашыу барышында. #ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль антимонополия хеҙмәте етәксеһе Игорь Артемьев менән осрашыу үткәрҙе, уның барышында торлаҡ-коммуналь түләүҙәрҙең самаһыҙ артыуы проблемаһын да күтәрҙе.

“Беҙҙең граждандар, иҫәпләүҙәренсә, Рәсәйҙәрҙең төрлө төбәктәрендә нигеҙһеҙ үҫкән тарифтарға даими иғтибар итә. Был мәсьәлә һәр йәһәттән хәл ителгән булһа, кешеләр “тура бәйләнеш”кә шылтыратып, зарланмаҫ ине”, – тип белдергән дәүләт етәксеһе осрашыу барышында.

Игорь Артемьев был проблеманы ҡануниәттең камил булмауы менән бәйләй. Әйтеүенсә, торлаҡ-коммуналь тармаҡҡа бәйле закондарҙың бәғзеләре үткән быуаттың 90-сы йылдарында уҡ ҡабул ителгән, уларҙы камиллаштырыу иһә күптән түгел тамамланған. Дөйөм алғанда, тарифтарҙың үҫеүенә бәйле хәл ил буйынса контролдә тотола, әммә айырым осраҡтар килеп сығып тора.


#ВладимирПутин


Автор: Г. БАЛТАБАЕВА.


Читайте нас: