Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
26 Июль 2019, 09:22

Владимир Путиндың тәнҡите һабаҡ булырмы?

Владимир Путиндың тәнҡите һабаҡ булырмы? Владимир Путин Иркутск өлкәһе губернаторы Сергей Левченконы өлкәләге һыу баҫыу ваҡиғаһында етәкселекте үҙ өҫтөнә алмағаны өсөн тәнҡитләне. #ВладимирПутин

Владимир Путин Иркутск өлкәһе губернаторы Сергей Левченконы өлкәләге һыу баҫыу ваҡиғаһында етәкселекте үҙ өҫтөнә алмағаны өсөн тәнҡитләне.


“Төбәк етәкселәре бындай бурыстарҙы хәл иткәндә шәхси яуаплылыҡтан ҡасмаҫҡа тейеш”, – тине Президент Хөкүмәт ағзалары менән үткәргән кәңәшмәлә.


Иркутск өлкәһендә һыу баҫыу 25 июндә башланды. Ангара йылғаһының ҡушымталары һигеҙ муниципаль райондағы тораҡтарҙы баҫты. Утыҙ меңгә яҡын кеше өлөшләтә йәки тулыһынса мөлкәтһеҙ ҡалды, 3,5 меңдән ашыу йорт емерелеп юҡҡа сыҡты. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса зыян 29 миллиард һум тәшкил иткән.


Фото: Леонид Миронов фотоһы.


Автор: Д. Ғәбдрәхимова
Читайте нас: