Мораҙым
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
20 Июль 2019, 09:20

Владимир Путин ташҡын эҙемтәләре менән таныша

Ил Президенты Владимир Путин Иркутск өлкәһенең Братск ҡалаһына килде.

Ил Президенты Владимир Путин Иркутск өлкәһенең Братск ҡалаһына килде.


Унда ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү, төбәкте борсоған мәсьәләләр буйынса ҙур кәңәшмә уҙасаҡ. Шулай уҡ ул һыуҙан зыян күргән райондарҙы үҙе барып күрергә, торлаҡтарын юғалтҡан кешеләр менән осрашырға теләй.


Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, өлкәне һыу баҫыу һөҙөмтәһендә 25 кешенең ғүмере өҙөлгән, 38 мең кеше зыян күргән, 107 тораҡ пункт, шул иҫәптән 11 мең йорт һыу аҫтында ҡалған. Әле емереклектәр таҙартыла, хәрбиҙәр 57 гектар майҙанды сүп-сарҙан азат итеп, биләмәне зарарһыҙландырған. Йәшәүгә яраҡһыҙ йорттар һүтелә, дүрт һыу бүлгесте төҙөкләндергәндәр.


Хәрбиҙәр зыян күргәндәргә бөтә яҡлап та ярҙам күрһәтеүҙе дауам итә.

Читайте нас: