Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
19 Июль 2019, 09:43

Зеленский Владимир Путин менән һөйләшергә теләй

Украина президентының беренсе ярҙамсыһы Сергей Шефир Владимир Зеленскийҙың командаһы Рәсәй етәксеһе Владимир Путин менән һөйләшергә теләүен белдерҙе.

Украина президентының беренсе ярҙамсыһы Сергей Шефир Владимир Зеленскийҙың командаһы Рәсәй етәксеһе Владимир Путин менән һөйләшергә теләүен белдерҙе.


Ул был хаҡта LB.uа баҫмаһына биргән интервьюһында һөйләне. “Үҙенең бөтә эшмәкәрлеге менән, шулай уҡ сығыштары ваҡытында ла, президент һөйләшеүҙәргә әҙер булыуын белдерә”, – тине Шефир.


Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, Украина яғынан яһалған аҙымдар тураһында Минск процесының тергеҙелеүе, шулай уҡ Луганск станицаһындағы ғәскәрҙәрҙе алыуы һәм унда күпер төҙөү ниәте асыҡ һөйләй. Шуның менән бергә Шефир Рәсәйҙең дә һөйләшеүҙәр алып барырға ҡыҙыҡһыныу күрһәтеүен белдерҙе.