Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
18 Июль 2019, 09:19

Рәсәй Президенты Владимир Путин Указына ярашлы хәрбиҙәрҙең эш хаҡы артасаҡ

Рәсәй Президенты Владимир Путин Оборона министрлығының рядовой һалдат һәм сержанттарҙы социаль яҡлауҙы көсәйтеү буйынса тәҡдимдәрен хупланы.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Оборона министрлығының рядовой һалдат һәм сержанттарҙы социаль яҡлауҙы көсәйтеү буйынса тәҡдимдәрен хупланы.

1 сентябрҙән рядовой составтағы башланғыс хәрби вазифаларҙы үтәүсе хәрбиҙәрҙе аҡсалата премияға тәьмин итеү ярайһы кимәлдә арттырыласаҡ. Хәрби водителдәрҙең эш хаҡы ла үҫәсәк. Шойгуның әйтеүенсә, мөһим бурыстар башҡарыусы “С” һәм “Е” категорияһына эйә водителдәргә айлыҡ өҫтәмә ҡаралған.


Шулай уҡ октябрҙән рядовойҙарға һәм сержанттарға торлаҡ яллау өсөн компенсация түләүҙәрен арттырасаҡтар. Ял итеү урынына барғанда һәм ҡайтҡанда юл хаҡын да түләйәсәктәр.

Читайте нас: