Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
17 Июль 2019, 09:41

Владимир Путин Венгрияға барырға ниәтләй

Владимир Путин 30 октябрҙә Венгрия премьер-министры менән осрашасаҡ

Кремлдең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ил башлығы Владимир Путин октябрь айында Венгрияға барырға ниәт итә. Венгрияның киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, В.Путин 30 октябрҙә Будапештҡа килергә тейеш ине.

"Эйе, осрашыуға әҙерлек бара", - тип белдерҙе Песков.

Шишәмбе көндө Népszava гәзите, үҙенең сығанаҡтарына таянып, Будапештта Владимир Путин менән Венгрияның премьер-министры Виктор Орбан араһында һөйләшеү буласаҡ. Уның барышында ил аша тәбиғи газ транзиты, атом энергетикаһы өлкәһендә хеҙмәттәшлек ҡараласаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылдың сентябрендә улар Мәскәүҙә осрашты.




Читайте нас: