Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
16 Июль 2019, 19:19

Урал Килсенбаев Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

Был туралағы ҡарарға төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

Урал Килсенбаев Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Был туралағы ҡарарға төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.


Белешмә.


Урал Килсенбаев 1982 йылдың 1 июлендә Күгәрсен районының Икенсе Юлдыбай ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын, Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.


Хеҙмәт юлын 2004 йылда республиканың йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетында әйҙәүсе белгес булараҡ башлай. Төрлө йылдарҙа Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында, төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында, Өфө ҡалаһы хакимиәтендә бүлек начальнигы булып эшләй. 2015 – 2018 йылдарҙа баш ҡаланың Совет районы хакимиәте башлығы була.


2018 йылдан бөгөнгә тиклем Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы ине.


Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.

Читайте нас: