Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
12 Июль 2019, 02:03

Владимир Путин Екатеринбург ҡалаһында Урал федераль университет студенттары менән осрашты

Президент Владимир Путин Екатеринбург ҡалаһында Урал федераль университет студенттары менән осрашты. Күп тә үтмәй социаль селтәрҙәрҙә “фекер алышыуҙан һуң бер ҡыҙ ил етәксеһенең кортежына ташланған һәм Владимир Путин студент ҡыҙға үҙе ярҙам күрһәткән” тигән мәғлүмәт таралды.

Президенттың матбуғат секретары Дмитрий Песков әйтеүенсә, был хәбәр ялған. Баҡтиһәң, студенттар менән осрашыу мәлендә бер ҡыҙ үҙен насар тойған һәм уға ил етәксеһенең табиптары ярҙам күрһәткән.

"Хәл башҡасараҡ булды. Осрашыу барышында, ысынлап та, бер ҡыҙ иҫен юғалта яҙҙы, тулҡынланған. Ил етәксеһенең табиптары уға ярҙам итте", – тип хәбәр итә Дмитрий Песков.

Автор: Рәмилә МУСИНА.

Читайте нас: