Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
9 Июль 2019, 09:37

Владимир Путин: "БАМ – тотош халыҡ проекты"

Владимир Путин: "БАМ – тотош халыҡ проекты" Дәүләт башлығы Байкал – Амур магистрален төҙөй башлауға 45 йыл тулыу уңайынан ошо эште атҡарған хеҙмәт кешеләренә мөрәжәғәт итте. “Тәү сиратта магистралде һалған ветерандарҙы тәбрикләйем, – тиелә хәбәрҙә. – БАМ – Рәсәй һәм донъяның иң ҙур тимер юлы артерияларының береһе. Ул – йөҙҙәрсә мең кешенең хеҙмәте, ҡаһарманлығы, хыялы ҡушылмаһы. Магистраль илебеҙҙең иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индерҙе, уның ҡеүәтен арттырҙы. Ысын мәғәнәһендә бөтә халыҡ проекты булды ул. Төҙөлөштөң барлыҡ тарихын байҡағанда, унда ике миллионға яҡын кеше ҡатнашты”. Владимир Путин артабан да илебеҙҙә юл инфраструктураһын үҫтереү йәһәтенән ҙур бурыстар тороуын билдәләне. #ВладимирПутин

Фото: ic.pics.livejournal.com

Дәүләт башлығы Байкал – Амур магистрален төҙөй башлауға 45 йыл тулыу уңайынан ошо эште атҡарған хеҙмәт кешеләренә мөрәжәғәт итте.


“Тәү сиратта магистралде һалған ветерандарҙы тәбрикләйем, – тиелә хәбәрҙә. – БАМ – Рәсәй һәм донъяның иң ҙур тимер юлы артерияларының береһе. Ул – йөҙҙәрсә мең кешенең хеҙмәте, ҡаһарманлығы, хыялы ҡушылмаһы. Магистраль илебеҙҙең иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индерҙе, уның ҡеүәтен арттырҙы. Ысын мәғәнәһендә бөтә халыҡ проекты булды ул. Төҙөлөштөң барлыҡ тарихын байҡағанда, унда ике миллионға яҡын кеше ҡатнашты”.


Владимир Путин артабан да илебеҙҙә юл инфраструктураһын үҫтереү йәһәтенән ҙур бурыстар тороуын билдәләне.



Автор: Д. ИШМОРАТОВА.




Читайте нас: