Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
6 Июль 2019, 09:46

Владимир Путин: "Үҙ-ара килешеүгә өлгәшеү мөһим"

Владимир Путин: "Үҙ-ара килешеүгә өлгәшеү мөһим" Рәсәй етәксеһе Италия премьер-министры менән һөйләшеү һөҙөмтәләре буйынса матбуғат конференцияһында АҠШ һәм Ҡытай араһындағы сауҙа алышының барлыҡ донъя иҡтисадына кире йоғонто яһаясағын белдерҙе.#ВладимирПутин

Рәсәй етәксеһе Италия премьер-министры менән һөйләшеү һөҙөмтәләре буйынса матбуғат конференцияһында АҠШ һәм Ҡытай араһындағы сауҙа алышының барлыҡ донъя иҡтисадына кире йоғонто яһаясағын белдерҙе.


Был ике дәүләт үҙ-ара килешмәүсәнлекте яйға һалмаһа, бар донъя зыян күрәсәк.

“Эҙемтәһе барыбыҙ өсөн дә насар буласаҡ. Шуның өсөн дә үҙ-ара килешеүгә өлгәшеү мөһим, сәйәси нигеҙҙәге сикләүҙәр, санкциялар, тарифтарҙы бер яҡлы тәртиптә индереү туҡтатылырға тейеш”, – тине Владимир Путин.


Рәсәй лидеры шулай уҡ АҠШ менән КХР араһындағы сауҙа алышы дауам итһә, донъя сауҙаһының 2024 йылға 17 процентҡа кәмейәсәген белдерҙе.



Автор: Д. ИШМОРАТОВА.


Читайте нас: