Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
5 Июль 2019, 09:56

Владимир Путин халыҡ-ара форумда

Владимир Путин халыҡ-ара форумда Рәсәй етәксеһе Владимир Путин “Парламентаризмды үҫтереү” II халыҡ-ара форумы эшендә ҡатнашты. Сараның төп темалары – халыҡ-ара хәүефһеҙлек һәм тотороҡлолоҡто тәьмин итеү, һанлы иҡтисадты үҫтереү, йәштәр һәм экологик сәйәсәтте яйға һалыу, парламент-ара институттар эшен көйләү һ.б. Форумда 132 ил вәкилдәре, 800-гә яҡын парламентарий һәм эксперттар ҡатнашты. #ВладимирПутин

Рәсәй етәксеһе Владимир Путин “Парламентаризмды үҫтереү” II халыҡ-ара форумы эшендә ҡатнашты.


Сараның төп темалары – халыҡ-ара хәүефһеҙлек һәм тотороҡлолоҡто тәьмин итеү, һанлы иҡтисадты үҫтереү, йәштәр һәм экологик сәйәсәтте яйға һалыу, парламент-ара институттар эшен көйләү һ.б.


Форумда 132 ил вәкилдәре, 800-гә яҡын парламентарий һәм эксперттар ҡатнашты. Араларында Парламент-ара союз президенты Габриэла Куэвас Баррон, Төркиәнең Бөйөк милли йыйылышы рәйесе Мостафа Шентоп, Панафрикан парламенты рәйесе Роже Нкодо Данг, Балтик диңгеҙенең Парламент конференцияһы рәйесе Йорген Петтерссон һ.б. ҡатнашты.


“Парламентаризмды үҫтереү” I халыҡ-ара форумы былтыр Мәскәүҙә үткәйне.


“Форум инде икенсе тапҡыр уҙа һәм үҙенең ҙур әһәмиәткә эйәлеген иҫбатланы. Дәүләттәрҙең парламент-ара бәйләнеше, диалогы йәмғиәт именлегендә мөһим роль уйнай”, – тине сығышында Владимир Путин.



Автор: Д. ИШМОРАТОВА.